Обложка трека Беляйек — ULAR
3:16

ULAR Беляйек

Сингл · 2026

Скачать

Текст песни

Арҡаларҙан арпа урайыҡ
Туғайҙарға төшөп ҡунайыҡ
Бер алманы бишкә бүләйек
Беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек
Һөйләгәндәр, әй һөйләһен
Ишетмәгән кеше булайыҡ
Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайыҡ
Был дөнъяның ҡәҙерен беләйек

Түңәрәк тә, һай, ҙур ялан
Ат уйнатам тиһәң, тау яман
Ел йелләмәй ҡурай һелкенмәй
Бер йырламай йөрәк йелкенмәй
Бер алманы бишкә бүләйек
Беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек
Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайык
Был донъяның ҡәҙерен беләйек

0:00 0:00