Обложка трека Шаура — ULAR
3:32

ULAR Шаура

Сингл · 2026

Скачать

Текст песни

Бильге лә генә ҡуйҙым, ай, биләнгә
Шәүрә килен киләм дә тигәнгә
Ҡәләмфер ҙә сәйнәп, бөрктөм баҙыян
Шәүрә килен кейгән еләнгә
Һауала ғына осҡан, ай, аҫыл ҡош
Ыласын ғына тиһәм дә биле ала
Эскенәйем тулып, ай, ут яна
Һүнһен генә тиһәм, бүтән ни ҡала?

Шәүрә килен кейгән, ай, еләндең
Итәк осҡайҙары мунсаҡлы
Айға ғына, көнгә тиңләмәйем
Һылыулығың, Шәүрәкәй, шул саҡлы!
Һауала ғына осҡан, ай, аҫыл ҡош
Ыласын ғына тиһәм дә биле ала
Эскенәйем тулып, ай, ут яна
Һүнһен генә тиһәм, бүтән ни ҡала?

0:00 0:00