Обложка трека Таштугай — ULAR
3:40

ULAR Таштугай

Сингл · 2026

Скачать

Текст песни

Таштуғайҡай һинең ҡамышыңды
Еҙ ҡурайҡай итеп тартайым
Ялан ерҙәренең кәкүге юҡ
Кире Уралҡайыма ҡайтайым
Таштуғайҡай, һинең, ай, ҡошҡонаң
Ташҡа баҫып һайрай, тал тапмай
Янып ҡына барған йәш йөрәгем
Нишләһәм дә бында ял тапмай
Таштуғайҡай, һинең, ай, ҡошҡонаң
Ташҡа баҫып һайрай, тал тапмай
Янып ҡына барған йәш йөрәгем
Нишләһәм дә бында ял тапмай

Таштуғайҡай һинең ярың бейек
Йәбешеп кенә менер талың юҡ
Уралыма кире ҡайтыр инем
Осоп ҡына китер хәлем юҡ
Таштуғайҡай, һинең, ай, ҡошҡонаң
Ташҡа баҫып һайрай, тал тапмай
Янып ҡына барған йәш йөрәгем
Нишләһәм дә бында ял тапмай

0:00 0:00