Текст песни
Ай, элмәлек, ай, элмәлек
Элмәле лә тундарҙы беҙ кеймәнек
Әллә йәшлек, әллә иҫәрлек
Уҙған ғүмеркәйҙәрҙе беҙ һиҙмәнек
Ап-аҡ микән, йомшаҡ микән
Һылыуымдың ҡулдары
Салауат күпере кеүек
Һыуға барған юлдары
Ҡамалы тун, ҡамалы тун
Ҡамалары булһа ла, буҫтау юҡ
Буҫтауҙары булһа ла шул, купшы тегергә лә –
Оҫтаһы юҡ
Аҡ сабата, аҡ ойоҡ
Сабата башы ҡыйыҡ
Һыҙылып киткән ҡара мыйыҡ
Нисек үбәрһең ҡыйыҡ
Ап-аҡ микән, йомшаҡ микән
Һылыуымдың ҡулдары
Салауат күпере кеүек
Һыуға барған юлдары