Текст песни
Ағиҙелде аша кисмәнем
Һыуҡайҙарын уның эсмәнем
Әҙәм балалары шикелле
Рәхәт көндәр күреп үҫмәнем
Үҫә-үҫә ҡыҙ балалар ҙур була
Һөйгәненә баралмай, хур була
Үҫә-үҫә ҡыҙ балалар ҙур була
Һөйгәненә баралмай, хур була
Ағиҙелкәйҙәргә барҙыңмы
Эйелеп-бөгөлөп һыуын алдыңмы?
Һөйөп кенә йөрөгән егетеңдән
Ҡарасәскәй, тороп ҡалдыңмы?
Үҫә-үҫә ҡыҙ балалар ҙур була
Һөйгәненә баралмай, хур була
Үҫә-үҫә ҡыҙ балалар ҙур була
Һөйгәненә баралмай, хур була
Аттар саба, бәйге алам тип
Ҡарасәс илай, йәрһеҙ ҡалам тип
Атаһы ла көйөнә, әсәһе лә
Бәхеткәйең юҡ шул, балам, тип
Үҫә-үҫә ҡыҙ балалар ҙур була
Һөйгәненә баралмай, хур була
Үҫә-үҫә ҡыҙ балалар ҙур була
Һөйгәненә баралмай, хур була