Обложка трека Томан — ULAR
4:30

ULAR Томан

Сингл · 2026

Скачать

Текст песни

Бишмәтеңдә һинең биш төймә
Шул бишмәткәйеңде күп кеймә
Кисен генә ятһаң, иртән торһаң
Һағынырһың мине, мин булмам
Иртә лә томан, кис тә томан
Был томанҡайҙарга ни булған?
Тауға ла менеп, ташҡа баҫып
Һин ҡарарһың, йәнем, мин булмам
Иртә лә томан, кис тә томан
Был томанҡайҙарга ни булған?
Тауға ла менеп, ташҡа баҫып
Һин ҡарарһың, йәнем, мин булмам

Саҡыра ла кәкүк, һайрай былбыл
Талдар араһында ҡағынып
Ауырып та ятып һарғайманым
Мин һарғайҙым һине һағынып
Иртә лә томан, кис тә томан
Был томанҡайҙарга ни булған?
Тауға ла менеп, ташҡа баҫып
Һин ҡарарһың, йәнем, мин булмам
Иртә лә томан, кис тә томан
Был томанҡайҙарга ни булған?
Тауға ла менеп, ташҡа баҫып
Һин ҡарарһың, йәнем, мин булмам

0:00 0:00