Текст песни
Батырҙары ил зарын
Ҡурайында уйнаған
Һылыуҙары йырлаған
Төрлө моңға мансылып
Ҡош-ҡорттары һайраған
Урал тигән илем бар
Урал тигән ерем бар
Урал тигән әсәм бар! әсәм бар
Батыр булып ат менһәм
Һыу-күл юлымды бүлмәҫ
Юлымда үлән үҫмәҫ
Малһыҙҙа яҙлыҡмаҫ
Ҡуңыр буға юлы бар! юлы бар
Атҡа мендем, алла тип
Әҙер торам яуға тип
Әҙер торам яуға тип
Ҡылысынан ҡан тамған
Һаҙағынан ыу тамған
Ҡатындарҙы тол иткән
Балаларын ҡол иткән
Дошманымда ҡоном бар! ҡоном бар