Текст песни
Ҡара төндән иртә таңға тиклем
Һалдатҡайым йоҡо күрмәгән
Тынмай уйнай уттар йомғағы ла
Күңел тыныслығын белмәгән
Әсә көтә улын көндәрен
Доға ҡыла иртә таңдарын
Йөрәктәрен устарына һалып
Һүндермәне күңел усағын
Үтер юлы еңел булманы шул
Утты - һыуҙы кисте улҡайы
Ниндәй генә ыҙа кисерһә лә
Тайпылманы уның юлҡайы
Сабыр булһын ир - егеттәр
Ныҡлы баҫһын торған ерендә
Һындырма һин уның түҙемлеген
Сабырлыҡ бир Хоҙай үҙең дә
Комментировать