Обложка трека Атайым — Фануза Багаутдинова
5:23

Фануза Багаутдинова Атайым

Сингл · 2026

Скачать

Текст песни

Атай - бөгөн һине төштә күрҙем
"Ҡыҙым"- тиеп әйттең һин башлап
Мин - торам һүҙһеҙ генә тыңлап
Аңлағандай һинең ҡараштан

Оҙаҡ - текләп торҙом әле һиңә
Әйтә алмай, әйтер һүҙемде
Үҙең - башлап өндәштең һин әле
"Ҡыҙым " тиеп әйтер һүҙеңде

Һүҙҙәр сыҡмай, күҙ йәштәре тама
Тамағыма төйөр тығылды
Яндарыңа барып ҡосар инем
Юлдарымдан эҙҙәр юғалды

Ишетәңме - бар ине бит әле минең
Әйтелмәгән, бик күп һүҙҙәрем
"Атай" - тигән һүҙҙе әйтеүҙәрем
Кире килмәй, ундай көндәрем

Ауыр - булды, шул саҡ йөрәгемә
Күңелдәрҙе ниҙер өткәндәй
Мин - аңланым атай, хистәрен
"Бәхетле бул" - тиеп әйтеүен

0:00 0:00