Текст песни
Һөйәм тинең миңә, айлы төндә
Асып һалдың һөйөү хисеңде
Йондоҙҙар ҙа ишеткәндәй серҙе
Ҡабатланы минең исемде
Ишетмәгән булып хисләнәмен
Күҙәтәмен йондоҙ эҙҙәрен
Бер аҙ күңел иркәләнеп китте
Тойорға тип һөйөү һүҙҙәрен
Бергә тоҡандырған усаҡты
Һүндермәнек дауыл елдәрҙә
Бергә генә йәнәш атланыҡ беҙ
Ғүмер юлын үткән көндәрҙә
Аңламаның ошо ҡарашымды
Нимә әйтеремде белмәйһең
Ҡабат ҡабат ҡарап алаң миңә
Әллә һөйгәнемде һиҙмәйһең
Әлдә һин бар әле, - тиеп
Башлар инем әйтер һүҙемде
Бәхетлемен һинең яндарыңда
Аңлап тораң минең үҙемде
Бергә тоҡандырған усаҡты
Һүндермәнек дауыл елдәрҙә
Бергә генә йәнәш атланыҡ беҙ
Ғүмер юлын үткән көндәрҙә