Текст песни
Күптәнән күңелде ҡуҙгата
Туймаҫһың һин уны тыңлап та
Йыр биләй күңелдең яртыһын
Уята хистәрҙең татлыһын
Наҙлы йыр ағартыр доньяһын
Көнсөлөк, уҫаллыҡ ҡалмаһын
Уралһын яндарҙың ҡылына
Ҡушыл һин был наҙлы йырыма
Ҡуштым мин ҡоштарҙың моңдарын
Йырыма күп ғүмер юраным
Теҙҙем дә сәйләндәй һүҙҙәрҙе
Күңелем күктәре үҙгәрҙе
Наҙлы йыр ағартыр доньяһын
Көнсөлөк, уҫаллыҡ ҡалмаһын
Уралһын яндарҙың ҡылына
Ҡушыл һин был наҙлы йырыма
Йырымдан таҙара күңелдәр
Талдарҙа уяна бөрөләр
Был йырым иң наҙлы табышым
Дуҫтарға яҡты йыр бағышлайм
Наҙлы йыр ағартыр доньяһын
Көнсөлөк, уҫаллыҡ ҡалмаһын
Уралһын яндарҙың ҡылына
Ҡушыл һин был наҙлы йырыма