Текст песни
Өҙмә йәнем үҙәктәрҙе
Серле ҡарашың менән
Һөйәм тиеп әйтмә әле
Әйтмәһәң дә мин беләм
Саҡырмасы яндарыңа
Һағындым тимә әле
Һинһеҙ йәшәү йәшәү түгел
Матурым тимә йәме
Йырламасы моңло йырҙар
Хистәрҙе яңартма әле
Күңелкәйем, һине көтәм
Ҡәҙерлем тимә, йәме
Һин бергенәм, булһаҡ бергә
Ҡояшым тимә әле
Ҡуҙғатмасы үткәндәрҙе
Ҡаршыма сыҡма йәме
Туңған розаларprod by Kadriyana