Текст песни
Доғалар уҡып оҙаттылар
Әсәләр ғәзиз улдарын
Теҙелеп остолар ҡоштар ҙа
Йылы яҡҡа төбәп юлдарын
Йә Хоҙайым бирсе беҙгә
Тыныс донъя, имен балалар
Кем ҡулында булыр киләсәк
Сит ерҙә ауһа уландар
“Ҡайтам"- тиеп киткән уландарҙың
Өҙөлә бит ситтә ғүмерҙәре
Туҡтат Раббым зинһар һуғыштарҙы
Түктермәсе әсе йәштәрҙе
Доғалар уҡып көттөләр
Әсәләр ғәзиз улдарын
Оҙон юлға ҡарап торҙолар
Маңлайҙарға ҡуйып ҡулдарын
Өмөтләнеп көткән әсәләрҙең
Доғаларын Раббым ҡабул ит
Ҡоштарҙа бит үҙ ҡанатында
Тыуған ергә осоп ҡайта бит
Туңған розаларprod by Kadriyana