Обложка трека Ҡатын-ҡыҙ күңеле — Кадрия Зубаирова
3:51

Кадрия Зубаирова Ҡатын-ҡыҙ күңеле

Сингл · 2026

Скачать

Текст песни

Күңеле бигерәк нескә
Ҡала хәтере
Йығылыр ҙа тора алмаҫ тигән
Һүҙе телде бәғерҙе

Яҡын дуҫ та дошман була ала
Сабыр ғына сыҙа йөрәгем
Һәр бер атҡан таңға рәхмәт укып
Үҙемә һаулыҡ теләнем

Күҙ йәшенә төйөлөп йәшәмәнем
Ерҙә мин ҡунаҡ тип һөйөндөм
Килеп тыуған сетерекле хәлдең
Сисә белдем һәр бер төйөнөн

Ауыр саҡта артҡа сигенмәнем
Абынғаным булды юлдарҙа
Дуҫтар әйткән ауыр һүҙҙәрҙе
Кутәргәнем булды иңдәрҙә

Тормош бит ул үҙенекен итә
Шатланырға ҡала һәр хәлгә
Һәр бер атҡан таңға рәхмәт укып
Алға маҡсат ҡуйып йәшәргә

0:00 0:00