Текст песни
Биргәнһең һин миңә ал нурын таңдарҙың
Йыйғанһың һин миңә бар гөлөн даланың
Биргәнһең ҡанаттар талпыныр сағымда
Балалыҡ рәхмәтем йырымда сағыла
Ҡаҙерләп үҫтергән мин һинең емешең,
Ҡуйының — гөл баҡса, наҙлы ел — һулышың.
Инде буй етһәм дә, мин һиңә сабыймын,
Күңелең наҙҙарын күҙеңдән таныймын.
Боларга бәрабәр ни генә бирәйем
Берҙән-бер бүләгем — тоғры йөрәгем
Итә күр ҡәнәғәт, риза был ошыңа
Үҙеңә аталған йырымды ҡушып ал
Бурыслы һиңә мин, әсәйем -алтыным
Сиңа тип эҙләнем донъяның асылын
Ай менән ҡояшты бирәм тип уйланым
Үрелеп алырға етмәне буйҙарым