Обложка трека Ишет, балам (Bashkir Version) — Раиль Уметбаев
3:08

Раиль Уметбаев Ишет, балам (Bashkir Version)

Сингл · 2026

Скачать

Текст песни

Балам тип ҡосаҡтарҙа наҙлап
Үҫтерәбеҙ һөйөп, иркәләп
Бул бәхетле, яҙған яҙмыштарға
Йөрөмә, балам, йөрөмә, үпкәләп
Ишет, балам, ишет, һүҙҙәремде
Яңылыштарға яңылыш абынма
Һин онотма, һиңә терәк булып
Беҙ торорбоҙ тормош һағында
Тормош уйын булып тойолһа ла
Һынар саҡтар була ҡай ваҡыт
Һыуға һала, унан утҡа яға
Тормош ҡырыҫ, тормай яратып
Ишет, балам, ишет, һүҙҙәремде
Яңылыштарға яңылыш абынма
Һин онотма, һиңә терәк булып
Беҙ торорбоҙ тормош һағында
Белэм , балам, һинең алдарыңда
Ғәйептәрем минең юҡ түгел
Иғтибарым, һөйөү, мөхәббәтем
Етмәгәнгә һыҙлай шул күңел
Ишет, балам, ишет, һүҙҙәремде
Яңылыштарға яңылыш абынма
Һин онотма, һиңә терәк булып
Беҙ торорбоҙ тормош һағында
Ишет, балам, ишет, һүҙҙәремде
Яңылыштарға яңылыш абынма
Һин онотма, һиңә терәк булып
Беҙ торорбоҙ тормош һағында
Һин онотма, һиңә терәк булып
Беҙ торорбоҙ тормош һағында

0:00 0:00