Перейти к содержимому
Обложка трека Ағиҙелдә аҡ ҡараб — Фольклорный ансамбль башкирской песни "Карлугас"
2:11

Трек

Фольклорный ансамбль башкирской песни "Карлугас" Ағиҙелдә аҡ ҡараб

Альбом · Халҡым Моңо - Халҡыма! · 2026 · Поп, Фолк

Скачать

Текст песни

Бейек тауҙың баштарында
Осоп йөрөй күбәләк.
Интернет һәм вай-фай булһа,
Бар донъябыҙ түңәрәк
Кәкере ҡайын кәүҙәһендә
Туҡ-туҡ килә туҡыран.
Бармаҡтарҙы кәкерәйтеп,
Ватсап баҫып ултырам.

Ағиҙелдә аҡ карап,
Ултырҙым алға ҡарап.
Уҙа инде йәш ғүмерҙәр
Телефондарға ҡарап.

Беҙҙең урам уртаһында
Үҫеп ултыра ҡайын.
Үкһеп - үкһеп ник илайһың?
Өҙөлдөмө вайфайың?
Башҡортса ҡайҙа бараһың?
Урыҫса куда пойдёшь?
Өйҙә интернет юғалһа,
Пожалуй с ума сойдешь


Ана килә автомобиль
Ишеге мазут ҡына.
Күрешкәс тә һөйләшербеҙ
SMS яҙып ҡына.
Ағиҙелдең аръяғында
Һуҡыр мәрйә һөт һата.
Бишектәге балалар ҙа
Телефон тотоп ята.


Ағиҙелдән ағып килә
Ике киҫәк колбаса.
Көндәр буйы нишләр инек,
Телефондар булмаһа.
Иртән тороп, тышҡа сыҡһам,
һандуғастар уҫаҡта.
Бер минутҡа ингән инем,
Көнөм уҙҙы ватсапта.

0:00 0:00