Перейти к содержимому

Текст песни

Тыпырҙатып бер баҫмағас,
Бейеү була ме ни ул?
Йөрәгемде яндырмағас,
Һөйөү була ме ни ул?

Һәтс - терҙә - ритәйем дә,
Һәтс - терҙә - ритәйем.

Баҫайымсы бер өҙҙөрөп,
Нисек торайым түҙеп.
Әсемдәге серҙәремде,
Әйтеп бирәйем өҙөп.

Һәтс - терҙә - ритәйем дә,
Һәтс - терҙә - ритәйем.

Тыпырлатып бер баҫҡанда,
Шатлыҡ сәсрәһә әгәр.
Йөрәгемде зымбырлатып,
Етһен зиһенгә ҡәҙәр.

Һәтс - терҙә - ритәйем дә,
Һәтс - терҙә - ритәйем.

Тыпырлатып бер баҫмағас,
Бейеү була ме ни ул?
Йөрәгемде яндырмағас,
Һөйөү буламы һөйөү?

Һәтс - терҙә - ритәйем дә,
Һәтс - терҙә - ритәйем.

0:00 0:00