Трек
Фольклорный ансамбль башкирской песни "Карлугас" Тирәккәйем
Альбом · Халҡым Йырҙары - Шиңмәҫ Хазина · 2022 · Поп, Фолк
Текст песни
Тирәк тирәккәйем дә
Һаҡмарҙа-тирәккәйем;
Зифа буйлы тирәк кеүек
Үҫкәнһең гүзәлкәйем.
Тирәк-тирәккәйем дә
Һаҡмарҙа-тирәккәйем;
Ағым һыуға ҡаршы йөҙмә,
Талыр бит беләккәйең.
Тирәк тирәккәйем дә
Һаҡмарҙа -тирәккәйем;
Минең йөрәккәйем яна,
Янамы йөрәккәйең?
Тирәк-тирәк, тирәк-тирәк,
Тирәк (Һаҡмарҙа)-тирәккәйем;
Тирәгеңдә ҡошатар һайрай
Һағындым бәғеркәйем.