Текст песни
Ниңә өндәшмәйһең һин
Ниҙәр йәшерелгән серле күҙҙәреңдә?
Яҡын килһәң — ирейем
Йыраҡ китһәң — күңел өҙгөләнә
Белмәйем инде нимә һаҡлай беҙҙе
Һүҙҙәр етмәй аңлатырға хисте
«Ҡал», тимәйһең дә, «Кит» тә тимәйһең
Яуапһыҙлыҡ бөтөрә бит көстө
Кем мин һинең өсөн?
Әгәр яратмағас
Кем мин һинең өсөн?
Ебәрә алмағас
Кем мин һинең өсөн?
Илап бөттө көсөм
Аңларһың үҙең дә йөрәк яраланғас
Кем мин һинең өсөн?
Әгәр яратмағас
Кем мин һинең өсөн?
Ебәрә алмағас
Кем мин һинең өсөн?
Илап бөттө көсөм
Аңларһың үҙең дә йөрәк яраланғас
Һинең менән барыһы бутала
Бер ҡарашың етә оноторға
Үткәндәрҙе, барлыҡ ҡайғыларҙы
Һуңғы әйткән һүҙҙәрең бутаны
Белмәйем инде нимә һаҡлай беҙҙе
Һүҙҙәр етмәй аңлатырға хисте
«Ҡал», тимәйһең дә, «Кит» тә тимәйһең
Яуапһыҙлыҡ бөтөрә бит көстө
Кем мин һинең өсөн?
Әгәр яратмағас
Кем мин һинең өсөн?
Ебәрә алмағас
Кем мин һинең өсөн?
Илап бөттө көсөм
Аңларһың үҙең дә йөрәк яраланғас
Кем мин һинең өсөн?
Әгәр яратмағас
Кем мин һинең өсөн?
Ебәрә алмағас
Кем мин һинең өсөн?
Илап бөттө көсөм
Аңларһың үҙең дә йөрәк яраланғас
Кем мин һинең өсөн?
Әгәр яратмағас
Кем мин һинең өсөн?
Ебәрә алмағас
Кем мин һинең өсөн?
Илап бөттө көсөм
Аңларһың үҙең дә йөрәк яраланғас