Текст песни
Яратҡан күҙҙәрең менән ҡарамаҫһың бүтән миңә
Инде ҡаршы алып булмаҫ атҡан таңды бергә
Һинең ҡосағыңда булғым килә тағы ла
Тик юғала яҙмыш беҙҙең тарих та юғала
Өмөттәрем минең көн дә яйлап юғала
Ғәйеп итмә мине, яҡлаусы юҡ был яуҙа
Аңламай йөрәк кенә, ул етем ҡалды
Тарихыбыҙ аҙағы яҙылды
Ятып ҡалды йөрәк айырылған төндә
Һәм туҡтаны донъям шул ваҡыттан алып иҫемдә
Кире ҡайтыу юҡҡа, яңлыштыҡ тормошта
Тик һинең бәхетең мөһим минең өсөн мәңгегә
Ғәфү ит һин әгәр йылдар булһа бушҡа
Һинһеҙ йәшәп булмаҫ тип әйтә алманым юҡҡа
Күҙ алдымда минең беҙҙең бергә үткәрелгән төндәр
Ирешеүҙәр, ярашыуҙар, үбешеүҙәр, һинең ҡулдар
Кәрәк түгел ине беҙгә был донъянан бер нимә лә
Етәр ине бер осрашыу бәхеттең үҙен тойорға
Айырылды ниңә беҙҙең яҙмыш юлдарыбыҙ?
Аяуһыҙ ғүмерҙән нимә көтә инем тағын?
Тик һүмәгән әле янған утым йөрәгемдә
Әллә яңлыштыҡ тағы ла?