Текст песни
Һинең турыңда ғына шаулайҙар ағастар
Һинең турыңда ғына гөрләйҙәр шишмәләр
Һинең өсөн генә иреп яталар ҡарҙар
Һинең исемеңде ҡысҡыралар балалар
Һандуғастар үҙҙәренең йырҙарын көйләй
Алар һине иҫемә төшөрөп мине үртәй
Ағастарҙа һикерешеп уйнай тейендәр
Һине ҡайҙа күргәндәрен миңә әйтмәйҙәр
Шуға һине таба алманым
Болот араһында юғалдың
Тик мин һине тота алманым
Йондоҙға эләгеп һин ҡастың
Һинең турыңда ғына килеп сыға йырҙарым
Һине төштә күрер өсөн генә йоҡлайым
Өҫтәлемдә миңә ҡарап ята һүрәтең
Аны һаман күреп туя алмай күҙҙәрем
Тик мин һине таба алманым
Болот араһында юғалдың
Тик мин һине тота алманым
Йондоҙға эләгеп һин ҡастың