Текст песни
Күпме юлларҙы йөрөп сыҡтым
Үҙем бөгөн
Күпме өйҙәрҙе урап сыҡтым
Һине күрер өсөн
Тик мин ямғырҙан башҡа
Бер нәмә лә күрмәнем
Күпме урындарға күҙ һалдым
Ҡалырға уйлап
Манаралар, күлләр һәм болоттар
Саҡырҙылар
Ләкин фәрманнарына
Ҡолағымны һалманым
Ниәттәремне үҙем
Белеп бөтә алмайым
Эләгеп ҡала күҙем
Бер генә ҡалды аҙым
Кем кемгә һүҙен биргән
Кем һүҙен тотмаған
Әйткәнен кире алған
Артта тороп ҡалған