Текст песни
Әллә ашыҡтым,әллә һин һуңланың
Әллә бөтөнләй яңлыш юл һайланым
Мин һиңә таң ҡалдым
Һорамай урланың
Ә һин бит яҡты иртәнге нур һымаҡ
Күңелкәйең саф, минең ҡара томан
Шул томанға индең
"Яратам" тип вәғҙә бирҙең
Ә һин балҡы, балҡы ғына
Йөрәгең илаһа ла
Һағыштарың миңә тулҡын булып ҡаға
Ә һин тик балҡы ғына
Ә һин балҡы, балҡы ғына
Янымда булмаһаң да
Донъя хәтлем донъя
Бар төҫтәрен юйа
Ә һин тик балҡы ғына
Һин минең һауам, һин һулышым инең
Мең абынһам да мең ҡабат кисерҙең
Бәхеттең өлөшөн яныбыҙға өндәштең
Ләкин был тормош
Һәм уның уҙ яйы
Иртәнге нурҙы томандан айырҙы
Ят яҡҡа айырҙы
Йыраҡта тик шәүләң ҡалды