Текст песни
Күҙҙәремә яратып ҡарайһың, аңлайһың мине
Минең өсөн үҫкән, һин наҙлы гөлмө?
Көндәремде нурлы иткән, иреткән төндө
Һиңә генә асам ,йәнемдәге серзе
Тормошомдоң алһыуы, йөрәгемдең ярһыуы
Хыялымдың татлыһы, бәхетем сатҡыһы
Фәрештәгә тиңләрмен, яттарға ла бирмәмен
Йондоҙҙарҙан яҡтыраҡ балҡырбыҙ һөйгәнем
Һин минең теләгем
Ҡосағыма наҙланып керәһең, ирейһең килә
Беләм мин, тоям мин янаһың бит һин дә
Һулышыңда юғалтам мин ваҡыт дауамын
Мөхәббәттән иҫәр минең йәндәрем
Бәхетем минең, теләгем минең, шатлығым
Минең, яҙмышым
Иңемдә ҡанаттар тоямын, осабыҙ бергә
Беләм мин ,һиҙәм мин яратаһың һин дә
Һөйөүҙәрем парлы иткән, хистәргә төрөп
Йәшәрмен йән атып, ҡәҙереңде белеп
Һин хыялым минең, һин уйҙарым минең
Һин ялҡыным минең ,һин алтыным минең
Мин аҡлармын һине, мин яҡлармын һине
Һөйөрмөн, көйөрмөн
Һаҡлармын