Обложка трека Яңғыҙ ағас — Лилия Янтурина
3:55

Лилия Янтурина Яңғыҙ ағас

Сингл · 2022

Скачать

Текст песни

Бейек тау башында, ауылым ҡаршында
Күп быуаттар шаулай бер ағас
Бер кем белмәй уның, ҡасан тыуған сағын
Бер кем белмәй уның серҙәрен
Бер кем белмәй уның, ҡасан тыуған сағын
Бер кем белмәй уның серҙәрен

Тормош еле иҫә, ағас яңғыҙ үҫә
Яҙҙар, ҡыштар кисә яңғыҙы
Күңел һаман тарта, тыуған үҫкән яҡҡа
Ағасыма ҡайтам ашҡынып
Күңел һаман тарта, тыуған үҫкән яҡҡа
Ағасыма ҡайтам ашҡынып

Йәшел япраҡ ярғас, шаулай изге ағас
Ял итергә саҡыра юлсыны
Хуш еҫле яғыма, тыуған тупрағыма
Тарта мине йәшел яҡташым
Хуш еҫле яғыма, тыуған тупрағыма
Тарта мине йәшел яҡташым

0:00 0:00