Обложка трека Тыуған ауылым — Лилия Янтурина
3:41

Лилия Янтурина Тыуған ауылым

Сингл · 2022

Скачать

Текст песни

Мин ҡайтырмын һиңә тыуған ауылым
Япраҡ ярғас яҙын аҡ ҡайын
Йөрәгемдең ярһыуына түҙмәй
Ашығамын һиңә яҙ һайын

Ҡоштар булып осоп ҡайтырмын да
Талдан-талға ҡунып һайрарға
Ҡайҙа ғына йөрөтһә лә яҙмыш
Тыуған ауылым һине һайлармын

Ҡайтырмын мин ҡар аҫтынан йырып
Умырзая ҡалҡҡас ҡояшҡа
Ҡарт имәнде килеп ҡосаҡларға
Һыймаһа ла минең ҡосаҡҡа

Ҡоштар булып осоп ҡайтырмын да
Талдан-талға ҡунып һайрарға
Ҡайҙа ғына йөрөтһә лә яҙмыш
Тыуған ауылым һине һайлармын

Мин ҡайтырмын сит ерҙәрҙә йөрөп
Күңелемә тынғы тапмағас
Йәшел яҙҙың күркәм мәле булып
Сәскә атҡан саҡта алмағас

Ҡоштар булып осоп ҡайтырмын да
Талдан-талға ҡунып һайрарға
Ҡайҙа ғына йөрөтһә лә яҙмыш
Тыуған ауылым һине һайлармын

0:00 0:00