Текст песни
Беҙҙең өсөн янып көйә-көйә
Әсәй сәстәреңде ағарттың
Яуырындарҙан тупылдатып һөйөп
Аяҡҡа ла беҙҙе баҫтырҙың
Яуырындарҙан тупылдатып һөйөп
Аяҡҡа ла беҙҙе баҫтырҙың
Ҡояш кеүек йылы һибәһең дә
Йондоҙ булып нурҙар сәсәһең
Тормрш юлыбыҙҙа маяк булып
Изге кәңәштәрен бирәһең
Тормрш юлыбыҙҙа маяк булып
Изге кәңәштәрен бирәһең
Һинең тормош юлың матур тарих
Күптәр өсөн үрнәк булырлыҡ
Рәхмәт тибеҙ бөгөн ысын йөрәктән
Һинең ғүмер беҙгә ғорурлыҡ
Рәхмәт тибеҙ бөгөн ысын йөрәктән
Һинең ғүмер беҙгә ғорурлыҡ