Текст песни
Әйткән һүҙҙәремде балаҡайым
Ҡолағыңа алҡа итеп таҡ
Яҡшылыҡты ерҙә тыуҙырып ҡал
Шунда ғына булыр эшең хаҡ
Донъя бит ул, гел әйләнеп тора
Биҙә күрмә оло тормоштан
Беҙ йәшәргә тейеш өмөт менән
Сабырлыҡтар биргәс тыумыштан
Дошманыңа ҡарап йөҙ йыйырма
Дуҫтарыңа ас һин күңелең
Ҡайғыларҙа һине ҡалдырмаҫтар
Шатлығыңды бүлеш иң элек
Донъя бит ул, гел әйләнеп тора
Биҙә күрмә оло тормоштан
Беҙ йәшәргә тейеш өмөт менән
Сабырлыҡтар биргәс тыумыштан
Донъя бит ул гел әйләнеп тора
Биҙә күрмә барлыҡ эшеңдә
Нәфрәттәрең ҡайнап торған саҡта
Эшең менән йыуан эсеңдән
Донъя бит ул, гел әйләнеп тора
Биҙә күрмә оло тормоштан
Беҙ йәшәргә тейеш өмөт менән
Сабырлыҡтар биргәс тыумыштан