Текст песни
Һин бөгөн минән китәм тинең,
Донъяны ярып икегә
Тормошто һинһеҙ үтәм тинең,
Нишләйем һуң йәнем
Таш түгел,минең күңел булмай түҙеп
Күрһәтмәм тиһәм ярһый күңел
Йыуатма,сит ятҡа һөйөүҙе һатҡас
Бәхетле бул тим һиңә һине яратам
Өгөтләп иркәләп йәлләтмәм һис тә
Бәхетле бул тим һиңә
Мин тоғро хискә
Мин һиңә бөгөн һау бул тинем
Күк йөҙөн ярып икегә
Тормошто һинһеҙ үтәм тинем
Көсөм етһә йәнем
Таш түгел,минең күңел булмай түҙеп
Күрһәтмәм тиһәм ярһый күңел
Йыуатма,сит ятҡа һөйөүҙе һатҡас
Бәхетле бул тим һиңә һине яратам
Өгөтләп иркәләп йәлләтмәм һис тә
Бәхетле бул тим һиңә
Мин тоғро хискә
Беҙ икәү бөгөн яңғыҙ ҡалдыҡ
Һөйөүҙе һатып яттарға
Тормош һуҡмағын айрым һалдыҡ
Тик ул һуҡмаҡ яҙыҡ,
Яҙыҡ