Текст песни
Ҡоштар ҙа яһай бит үҙенең ояһын
Тик ғаиләң булғанда иркә наҙ тояһың
Ҡайтһам да китһәм дә көтәләр һағынып
Ҡанаттар иңемдә ҡайтам мин ашҡынып
Һөйөүҙән үрелгән оямда
Балалар тауышы сыңлаһын
Яҡындар йылыһы дөрләһен
Йөрәктәр яратып туймаһын
Ауырлыҡ килгәндә шатлығы көлгәндә
Күңелһеҙ уйҙарым йәнемде төргәндә
Аңлашыу хистәре һиҙәмдә ғаиләмдә
Болотло көндәрем әйләнә байрамға
Ҡоштар ҙа яһай бит үҙенең ояһын
Тик ғаиләң булғанда иркә наҙ тояһың
Ҡайтһам да китһәм дә көтәләр һағынып
Ҡанаттар иңемдә ҡайтам мин ашҡынып