Текст песни
Әйтсе, ниңә ниңә, һин осраның миңә
Ғүмер көҙҙәрендә, һуңлап бик.
Ғүмер буйы көтөп, бәхет өмөт итеп,
Йәшәнем мин саҡ(ы)рып һине тик.
Һин бит минең һуңлап, һуң булыуын аңлап,
Һуңлап тапҡан ғына шатлығым.
Һине күреү үҙе- ҙур бәхеттең үре,
Кәрәк түгел миңә артығы.
Инде булыу бергә, мөмкин түгелдер ҙә,
Әммә быға һис тә көймәйем.
Йәнем, һине һөйөп, хистәремдә бейеп,
Һөйөү йырын эстән көйләйем.
Һин бит минең һуңлап, һуң булыуын аңлап,
Һуңлап тапҡан ғына шатлығым.
Һине күреү үҙе- ҙур бәхеттең үре,
Кәрәк түгел миңә артығы.
Миңә етә бары, һинең ерҙә барҙы
Белеп йәшәүҙәре донъяла.
Ҡайҙа булһаң да тик, һөйәм һине бик-бик,
Иң ҙур бәхет шулдыр донъяла.
Һин бит минең һуңлап, һуң булыуын аңлап,
Һуңлап тапҡан ғына шатлығым.
Һине күреү үҙе- ҙур бәхеттең үре,
Кәрәк түгел миңә артығы.