Обложка трека Беренсе — Rena RNT
3:17

Rena RNT Беренсе

Сингл · 2025

Скачать

Текст песни

Беренсе аҙым, беренсе йырым
Әсәй ҡара! Минең килеп сыға
Кеше ҡыуана, ер шары әйләнә
Бәләкәй бала шул турала гел хыяллана

Беренсе еңеү, беренсе бишле
Һәр ерҙә еңел асыла ишек
Әгәр ул бикле - тибеп осорам
Тик һәр саҡ килә ауыр осорҙар

Күҙемде йомдом, уйланам көн дә
Хыялым - йондоҙ ҡараңғы төндә
Уға ынтылып йыһанды гиҙәм
Бер үҙем түгел - янымда ғаиләм

Беренсе тапҡыр ярылған йөрәк
Аҡса юғалтыу, юғалтыу терәк
Барыбер күтәрелдең - шуны онотма
Нисә мәртәбә тороп тубыҡтан

Донъябыҙ матур күп йылдар алда
Йоҡлама атыу тиҙ үтә йылдар
Хыялға яҡынайып һәр аҙым һайын
Мин арымайым, яйлап атлайым

Һаман да көс бар, һаман да аҡса килә
Уңыш мине ярата, мөмкинлектәр бирә
Һуңғы арала тормошта күп ваҡиға
Тик өҫкә ынтылырға миндә шундай ҡағиҙә

Сит илгә үҙем күстем, бер кемдән дә ҡасманым
Аҡса нисек эшләргә үҙем вариант таптым
Ос малайҙы үҫтерәм, уларға белем бирәм
Баштары якшы эшләй, ҙур рәхмәт һиңә һоҙай

0:00 0:00