Обложка трека Аяк астында — Rena RNT
3:27

Rena RNT Аяк астында

Сингл · 2025

Скачать

Текст песни

Дуҫтар менән күңеллерәк бөтә ерҙә
Яңы тәҫораттар кәрәк бит ошо күңелгә
Күп илдәрҙәрҙе күреп ҡайтһамда кире илемә
Оҙаҡ тормай дуҫтар менән сығабыҙ сәфәргә

Бергәләшеп йүгерербеҙ яңы атҡан таңға
Йоҡламаҫбыҙ кумәк өсәр-дүртәр көн буйына
Ашығырбыҙ ҡояштың батҡанын беҙ күрергә
Һикерербеҙ ҙур диңгеҙгә

Аяҡ аҫтында әйләнә бөтә донъя
Тағы сығамын мин сикһеҙ оло юлға
Бәхет өсөн кәрәк тик - билет тот ҡулыңа
Күтәрәләм дуҫтар менән бейек һауаға

Ҡапыл ғына йыйынырбыҙ йәйге тәбиғәткә
Һеңдерербеҙ төтөн еҫен беҙҙең кейемдәргә
Ысыҡ кисеп йүгерербеҙ оло ялан буйлап
Ҡайтырбыҙ беҙ тыуған яҡҡа кире ҡабат урап

Ҡалмаҫ донъяла ер беҙ дуҫтар менән булмаған
Ҡабат осорбоҙ ерҙең икенсе осона
Бир ҡулыңды йәнем - бер нимәгәлә борсолма
Беҙҙең аҫта бөтә донъя

Аяҡ аҫтында әйләнә бөтә донъя
Тағы сығамын мин сикһеҙ оло юлға
Бәхет өсөн кәрәк тик - бер билет тот ҡулыңа
Күтәрәләм дуҫтар менән бейек һауаға

0:00 0:00