Обложка трека Бәхетем — Рустам Гиззатуллин
2:58

Рустам Гиззатуллин Бәхетем

Сингл · 2025

Скачать

Текст песни

Яратҡаным мин бит һиңә
Ышанам!
Яндарымда, һин булғанда
Ҡанатланам!
Күп кешеләр беҙҙе аңламай,
уйлана йоҡламай,
Тик минең йөрәгем һине яратыуҙан туҡтамай.
Шуны аңла, һөйөү усағы мөхәббәтһеҙ ул янмай!


Минең йәнем!
Минең бәхетем!
Һинең өсөн булырмын
ныҡлы терәгең.
Кәрәк булһа әгәр диңгеҙ кисермен,
Хоҙайҙан бирелгәнһең
Минең бүләгем.

Минең йәнем!
Минең бәхетем!
Һинең өсөн булырмын
ныҡлы терәгең.
Кәрәк булһа әгәр диңгеҙ кисермен,
Хоҙайҙан бирелгәнһең
Минең бүләгем.

Ҡаршы алған һәр бер таңға ҡыуанам.
Һинең менән мин бәхетле
Ғорурланам.
Күп кешеләр беҙҙе аңламай,
уйлана йоҡламай,
Тик минең йөрәгем һине яратыуҙан туҡтамай.
Шуны аңла, һөйөү усағы мөхәббәтһеҙ ул янмай!

Минең йәнем!
Минең бәхетем!
Һинең өсөн булырмын
ныҡлы терәгең.
Кәрәк булһа әгәр диңгеҙ кисермен,
Хоҙайҙан бирелгәнһең
Минең бүләгем.

Минең йәнем!
Минең бәхетем!
Һинең өсөн булырмын
ныҡлы терәгең.
Кәрәк булһа әгәр диңгеҙ кисермен,
Хоҙайҙан бирелгәнһең
Минең бүләгем.

0:00 0:00