Текст песни
Ҡыҙғаныс, һин тоkсай, беләҙек, шарап түгелһең
Закон боҙоп булһа ла, урлар инем, күрәһең
Ихтыярлы кешене нисек яулап алырһың?
Мәжбүр итеп һөйҙөрә алмаҫһың, аңларһың
Сиған атты алып ҡаса, бәҙәүи дөйә ала
Һыйырҙы һарыҡҡа берәй нисек алмаштырып була
Яратмаған кешене нисек үҙеңә ҡаратырға?
Был бит әйбер түгел, баҙарҙа һатып алырға
Миңә әйтмә, уны сит ҡатын алып китте
Гейша, гетера тип, йөрәген ағыулап бөттө
Ир-ат һарыҡ түгел, мал-тыуар ҙа түгел шул
Һөйһә — ҡала, һөймәһә — бер ни ҙә тотоп булмай ул
Күпме генә һағынһаң да, күҙҙәрең менән атма
Икенсегә ғашиҡ йөрәкте үҙеңә ҡарата алма
Өмөтөңдө ҡуй, иркенләп бер йөрөп килһен
Бәлки, яҙмыш үҙе һиңә икенсеһен бирһен
Миңә әйтмә, уны сит ҡатын алып китте
Гейша, гетера тип, йөрәген ағыулап бөттө
Ир-ат һарыҡ түгел, мал-тыуар ҙа түгел шул
Һөйһә — ҡала, һөймәһә — бер ни ҙә тотоп булмай ул
Әйтмә миңә, имеш, мин һинең иреңде алып киткәнмен
Насар имешмен, итәкле шайтан тип белгәнһең
Ир-ат һарыҡ түгел, ир-ат мал-тыуар ҙа түгел
Уны идара итә алмаҫһың, ҡарарын үҙе бирә, бел