Текст песни
Юлдар буйлап, уйҙар уйлап
Алыҫ китеп барғанда
Көтмәгәндә осраштыҡ беҙ
Йылдар уҙғас, бер таңда
Күрешмәнек, һөйләшмәнек
Поезд ҡуҙғалып китте
Тик йөрәккә яҡын тауыш
Утлы ҡуҙ һалып китте!
Мәңге ҡайтмаҫ, ҡабатланмаҫ
Тауышың ғына ҡалда
Ғүмергә мин онотмамын
Һағынырмын был таңды
Хуш бул инде, хуш, һөйөклөм
Хуш бул минең бәхетем
Хуш, хыялым, хуш, өмөтөм
Хуш, тәүге мөхәббәтем
Похожие исполнители