Перейти к содержимому
Обложка трека Туғандар — Гульнара Атангулова
3:45

Трек

Гульнара Атангулова Туғандар

Сингл · 2026 · Этническая, Фолк

Скачать

Текст песни

Туғандар ул хоҙай тарафынан
Бүләк итеп бирелгән беҙгә
Хөрмәт йөҙөн күрһәтеп уларға
Йәшәйек,үҙ итеп тик бергә

Үҙ туғаныңды,үҙ итә бел һин
Ярҙам итеп йәшә йәнәшә
Хоҙайҙан ҙур сауаптарҙы алып
Рәхәтләнеп,гөрләтеп йәшә

Был тормошта,төрлө хәлдәр була
Була туғандың ауыр мәле
Шул саҡ йүгереп кил һин,янына
Шатландырып,ярҙам ит әле

Ошо ҡалған ғүмерҙең һуҡмағын
Туғандар менән үтәйексе
Татыулыҡта,мөхәббәтә генә
Гел берҙәм булып,йәшәйексе!

0:00 0:00