Перейти к содержимому
Обложка трека БЫЛ ДОНЪЯЛА ЙӘШӘР ӨСӨН... — Руслан Шайхутдинов feat. LUBIZAR
4:13

Трек

Руслан Шайхутдинов feat. LUBIZAR БЫЛ ДОНЪЯЛА ЙӘШӘР ӨСӨН...

Сингл · 2026 · Поп

Скачать

Текст песни

Был донъяла йәшәр өсөн
Алйот булырға кәрәк
Яҙмыш-һунарсы баҫтыра
Яһил ҡушкөбәк һөйрәп
Был донъяла йәшәр өсөн
Шау тимер булһын йөрәк
Зыңҡылдатып гел ҡаҡлығыр
Йәнкәйем минең өркәк

Был донъяла йәшәр өсөн, йәнем
Яныңда һинең булһын терәк
Тормош ғазабынан йолор
"ЯРАТАМ " һүҙе һиңә кәрәк

Был донъяла гөрләр өсөн
Дөрләтер кешең булһын
Йәшнәп-шашып йәшәр өсөн
Ямғырҙары ла яуһын
Ҡауышыуҙар күберәк тә булыр
Уртаҡ хистә янһалар
Таш йөрәкте дөп-дөп дөпөлдәтер
Һөйөү булһа донъяла

Был донъяла йәшәр өсөн, йәнем
Яныңда булһын терәк
Тормош ғазабынан йолор өсөн
"ЯРАТАМ" һүҙе кәрәк

Был донъяла йәшәр өсөн миңә
Алйот булырға кәрәк
Яҙмыш-һунарсы баҫтыра мине
Яһил ҡушкөбәк һөйрәп
Был донъяла йәшәр өсөн миңә
Тимерҙән булһын йөрәк
Зыңҡылдатып гел ҡаҡлығыр минән
Йөрәккәй минең өркәк

Был донъяла йәшәр өсөн, йәнем
Яныңда һинең булһын терәк
Тормош ғазабынан йолор өсөн
"ЯРАТАМ" һүҙе миңә кәрәк
"ЯРАТАМ" һүҙе һиңә кәрәк

0:00 0:00