Текст песни
Урмандарҙы гизеп атай ҡайтты
Йымайыуы ирен осонда
Куян күстәнәсе балам тине
Кыр сейәһе ине усында
Ирендәрҙә татлы сейә тәме
Наҙлы ҡара әсәй йәҙәндэ
Шатлыҡтарым эстәремә һыймай
Мин бәхетле тыуған өйөмдэ
Кон артынан ҡыуып йылдар үтте
Балаларым үҫеп буй етте
Баласаҡтың матур хәтирәһе
Күңелемде килеп бер өтто
Атай гиҙгән юлдан мин йөрөйөм
Кыр сейәһе йыйып усыма
Хағыштарым күҙ йәштәре булып
Ағып төшә эйәк осона
Ирендәрҙә татлы сейә тәме
Наҙлы ҡара әсәй йәҙәндэ
Шул саҡтарҙы әрнеп һағыныуҙар
Йөрәгемде тырнай бөгөндэ