Перейти к содержимому
Обложка трека Хагыныу — Назгуль Ибрагимова
4:08

Трек

Назгуль Ибрагимова Хагыныу

Сингл · 2026 · Поп

Скачать

Текст песни

Шаҡый ине бер хис йөрәгемде
Кунағыма ихлас ҡыуандым
Иң татлыһы ерҙә – һөйөү, тиҙәр
Мин быға ла, эйе, инандым

Hәр осрашыу – татлы наҙлы миҙгел
Хистәр вальсы, йөрәк ҡанаты
Ошо сихри, онотолмаҫ мәлде
Быуаттарға һаҡлап ҡалаһы

Көндәр-төндәремде һанай-һанай
Hөйгәнемә табан ашҡынам
Төн менән көн алышҡансы, бәғрем
Төшөмдә лә һине һағынам

Тамуҡ ҡына утлы түгелдер ул
Мөхәббәт – ул йәннәттә яныу
Иң татлы хис ерҙә – һөйөү, тиҙәр
Иң татлыһы икән – һағыныу!

0:00 0:00