Текст песни
Тағын юғалам, тағын юл алда
һинең йөрәгеңә тиклем тағын тағын ҡалалар
Һин ҡайҙа? Ҡайҙа мин?
Һинең уйыңда, ышанам
Осрашырбыҙ беҙ әле, мин осам
Онотолған төшөмдә
Һинең наҙлы йөҙөңдә
Яҙылған ине бер уй
Бәхетле киләсәк
Инеп күңелемә
Әйләндерҙең мәңгегә
Булған һағыштарымды
Рәхмәтлемен һиңә
Ҡулыңды бир, күрһәтермен донъяны
Эргәмә кил, һағындыра башланы
Сәғәт ике, уйымдан сыҡмай йөҙөң
Һин минеке, һин минеке
Һине күргәс тә, күңелем оса
Яралай ваҡыт, дауалай ҡосаҡ
Йылы ҡарашың уйымда тора
Аралар йыраҡ, һаман да осам
Һине күргәс тә, күңелем оса
Яралай ваҡыт, дауалай ҡосаҡ
Йылы ҡарашың уйымда тора
Аралар йыраҡ, һаман да осам
Осам тағын һиңә
туҡта китә күрмә
тыңла мине һиңә өндәшәм мин тағын тағын
тағын осам һиңә
туҡта китә күрмә
тыңла, мине
Тағын юғалам, тағын юл алда
һинең йөрәгеңә тиклем тағын тағын ҡалалар
Һин ҡайҙа? Ҡайҙа мин?
Һинең уйыңда, ышанам
Осрашырбыҙ беҙ әле, мин осам
Тағын юғалам, тағын юл алда
һинең йөрәгеңә тиклем тағын тағын ҡалалар
Һин ҡайҙа? Ҡайҙа мин?
Һинең уйыңда, ышанам
Осрашырбыҙ беҙ әле, мин осам