Перейти к содержимому

Текст песни

Донъяла бер ҡасан булмаһа
Ғаиләләр
Бәхет табырға
Ҡәлғә ҡорорға
Кәрәк барһына

Тик ныҡлы ғаиләне ҡорғанда
Һин онотма
Нәпсе тыйырға
Түрә булһаңда
Намыҫлы йәшә

Бергә йәшәйек, айырым булмайыҡ
Ғаиләләребеҙҙең бәхетен күрәйек
Тормоштоң ҡайғыларына ҡарамайыҡ
Аҡ юлдар ғына булһың туғандарға

Түрә минән килеп сыҡманы
Холҡом боҙолдо
Кәкре ҡулымды
Тураға борҙо
Аҡыл ултыртты

Кемгәлер көлкө
Кемгәлер өлгө
Нәпселек сиген
Барһыла күрҙе
Байлыҡтан шашып
Эре ҡыланып
Йәшәргә беҙгә ярамай

Бергә йәшәйек, айырым булмайыҡ
Ғаиләләребеҙҙең бәхетен күрәйек
Тормоштоң ҡайғыларына ҡарамайыҡ
Аҡ юлдар ғына булһың туғандарға

Бергә йәшәйек, айырым булмайыҡ
Ғаиләләребеҙҙең бәхетен күрәйек
Тормоштоң hынауҙарына бирешмәйек
Аҡ юлдар ғына булһың туғандарға

Бергә йәшәйек, айырым булмайыҡ
Ғаиләләребеҙҙең бәхетен күрәйек
Тормоштоң ҡайғыларына ҡарамайыҡ
Аҡ юлдар ғына булһың туғандарға

Бергә йәшәйек, айырым булмайыҡ
Ғаиләләребеҙҙең бәхетен күрәйек
Тормоштоң hынауҙарына бирешмәйек
Аҡ юлдар ғына булһың туғандарға

0:00 0:00