Обложка трека Янымда һин — Dj ZilbeRt feat. ЛЯЙСАН ЛАЙТ
3:37

Dj ZilbeRt feat. ЛЯЙСАН ЛАЙТ Янымда һин

Скачать

Текст песни

Яңлыш ҡына осоратҡас һине юлымда
Мин аңланым һин бәхет бүләк яҙмышыма
Күҙҙәремде ала алмай наҙлы ҡараштан
Яңы көн һайын ялбарам арала яңылыштан
Ышанаң ғүмер буйы ҡалҡан булырыма
Дауыл-елдәрҙән һаҡлап, наҙлап ҡарарыма
Әйтәм һылыуҡайым һинең ышанысың миңә
Икеләтә өсләтә дүртләтә көс бирә
Булмаһаң янымда һағыш баҫа күңелде
Йылы ҡараш тағын офоҡтарға күмелде
Ҡаф тауҙа табырмын, булырмын яныңда
Төнө буйы торормон йоҡоң һағында
Иң ҙур бәхет тормош миңә бүләк иткән
Һинең кеүек алиһәләр төшәлер күктәрҙән
Бул янда, тот ҡулымды иңләйек йыһанды
Донъяла һинең менән минең йөрәк ҡалды

Янымда булғанда
Донъям онотола
Бәхет берҙән-берем
Һине мин һағынам
Иҫләйем буй-һының
Мәңгегә янда ҡалам
Йәнкәйем ҡәҙерлем
Мин һине яратам

Донъяны ялмап алған беҙҙең мөхәббәт
Беҙҙең кескәй ожмахты төҙөйбөҙ икәүләп
Башҡа бер кем дә кәрәкмәй яныбыҙҙа
Иртән уянғанда һине өлгөрәм һағынырға
Ҡосағыңда ирейем иркә һүҙҙәрҙән
Айырылмаҫ инем һис ирендәреңдән
Көс алам хатта һинең наҙлы тауыштан
Беҙҙең йөрәктәр йыһандарҙа бер мәл ҡауышҡан
Ҡағылғанда фәрештәләй йылы йомшаҡ тәнеңә
Оло кинәнес аламын иркәм, йәнемә
Тырышамын ҡалдырырға хәтерҙә
Һәр минутын рәхмәт әйтеп ғүмергә
Һүрелмәһен өсөн беҙҙең ҡайнар мөхәббәт
Һаҡлайыҡ яҡлайыҡ яттарҙан икәүләп
Төҙөйөк бәхетебеҙҙе тик бергә
Беҙ бергә, бөтә ғүмергә

Янымда булғанда
Донъям онотола
Бәхет берҙән-берем
Һине мин һағынам
Иҫләйем буй-һының
Мәңгегә янда ҡалам
Йәнкәйем ҡәҙерлем
Мин һине яратам

0:00 0:00