Обложка трека Киткандарга ауыр тугел — IRDAN
3:18

IRDAN Киткандарга ауыр тугел

Скачать

Текст песни

Киткәндәргә ауыр түгел
Киткәндәрҙең тыныс күңел
Улар эргәлә, тиҙәр
Улар үкенмәй ҙә, тиҙәр
Ҡалғандарға яуһын сабыр
Тормош юлы алға барыр
Ҡалғандарҙың бурысы тик бер
Аят уҡып, бирһен хәйер

Йәшен йәшнәп, аяҙ көндә
Һин ҡалдырҙың беҙҙе өндә
Йөрәккәйең туҡтағанда
Булдыҡмы беҙ уйҙарыңда?
Ҡарашыңды таба алмайым
Һәр күҙҙәрҙә мин эҙләйем
Ҡосағыңдың йылыһында
Ирер инем мин тағы ла

Киткәндәргә ауыр түгел
Киткәндәрҙең тыныс күңел
Улар эргәлә, тиҙәр
Улар үкенмәй ҙә, тиҙәр
Ҡалғандарға яуһын сабыр
Тормош юлы алға барыр
Ҡалғандарҙың бурысы тик бер
Аят уҡып, бирһен хәйер

Керһәң әгәр төштәремә
Тиҙ юғалма, һөйлә, һөйлә
Йөрәккәйең туҡтағанда
Ниҙәр булды уйҙарыңда?
Ваҡыт яра дауаламай
Ваҡыт һине лә ҡайтармай
Миңә әле йәшәр кәрәк
Төштә һине күреү теләк

Киткәндәргә ауыр түгел
Киткәндәрҙең тыныс күңел
Улар эргәлә, тиҙәр
Улар үкенмәй ҙә, тиҙәр
Ҡалғандарға яуһын сабыр
Тормош юлы алға барыр
Ҡалғандарҙың бурысы тик бер
Аят уҡып, бирһен хәйер

0:00 0:00