Текст песни
Ғашиҡтарҙың иле бит ул
Уның Бөрйәне, тиҙәр шул, эх кенә
Ҡыҙҙар беҙгә ғишыҡ тотһа
Минең бер йәнем, тиҙәр шул, эх кенә
Зәңгәр күкте байҡап оса
Урал тау бөркөттәре лә
Ҡара кашлы, ҡара күҙле
Бөрйәндең егеттәре
Зәңгәр күкте байҡап оса
Урал тау бөркөттәре лә
Ҡара кашлы, ҡара күҙле
Бөрйәндең егеттәре
Беҙҙең Бөрйән — ҡуйы урман
Ағас һайын һандуғас шул, эх кенә
Ҡош түгел, үҙең һайрарһың
Күңел тулы йыр булғас шул, эх кенә
Зәңгәр күкте байҡап оса
Урал тау бөркөттәре лә
Ҡара кашлы, ҡара күҙле
Бөрйәндең егеттәре
Зәңгәр күкте байҡап оса
Урал тау бөркөттәре лә
Ҡара кашлы, ҡара күҙле
Бөрйәндең егеттәре
Бөрйән тауы гел аҫыл таш
Аҙым һайын хазина шул, эх кенә
Салауат күпере аша
Килегеҙ, дуҫтар, беҙгә шул, эх кенә
Зәңгәр күкте байҡап оса
Урал тау бөркөттәре лә
Ҡара кашлы, ҡара күҙле
Бөрйәндең егеттәре
Зәңгәр күкте байҡап оса
Урал тау бөркөттәре лә
Ҡара кашлы, ҡара күҙле
Бөрйәндең егеттәре
Зәңгәр күкте байҡап оса
Урал тау бөркөттәре лә
Ҡара кашлы, ҡара күҙле
Бөрйәндең егеттәре
Ҡара кашлы, ҡара күҙле
Бөрйәндең егеттәре
Бөрйәндең егеттәре