Обложка трека Ике аҡҡош — Эльвира Сирусина
3:02

Эльвира Сирусина Ике аҡҡош

Сингл · 2026

Скачать

Текст песни

Бурандар артта ҡалды
Саҡыра тыуған яҡтар
Яҙ моңона теҙелеп
Ҡайталар бары ҡоштар

Бер аҡҡош икеләнә
Ҡайтыр яҡҡа сығырға
Төҙәлмәҫ яра төшкән
Йән-йәре ҡанатына

Сың-сың итеп тыуған яҡҡа
Бөтөн ҡоштар ҡайттылар
Сит ер ҡосағына ғына ҡалды
Ҡайта алмаҫ аҡҡоштар

Бер күккә менә лә төшә
Китә алмай ҡалдырып
Тыуған яҡта моң ағыла
Үҙәккәйен яндырып

Йәре ҡайтһын тиеп илгә
Үтенә зәғиф аҡҡош
Айыралмам ереңдән- тип
Йәнен бирә зифа ҡош

Түҙә алмай һағышына
Аҡҡош күккә атылды
Бар тиҙлеге менән килеп
Күл боҙона ватылды!

Сың-сың итеп тыуған яҡҡа
Бөтөн ҡоштар ҡайттылар
Сит ер ҡосағына ғына ҡалды
Ҡайта алмаҫ аҡҡоштар

0:00 0:00