Текст песни
Төнө-көнө тынмай йөрөй,
Диуарҙағы боронғо сәғәт.
Үткән ғүмер кире ҡайтмай,
Тик һағыш ҡына ҡала.
Япраҡ яра, яуа ҡарҙар,
Ваҡыт атылған ук кеүек.
Йәшлектең ҡәҙерен белмәһәк,
Үкенес булыр, шул саҡта.
Сәғәт һуға: тик-так, тик-так,
Ғүмер үтә: вот так, вот так.
Ашыҡмайыҡ, дуҫтар, йәшәргә,
Һәр бер көндө булһын шатлыҡтар.
(Куплет 2)
Бала саҡтан ололоҡҡа,
Бер аҙымдай ғына тойола.
Кемдер йөрөй яҡты юлдан,
Кемдер иһә аҙашып ҡолай.
Яратҡанды яратығыҙ,
Бөгөн, хәҙер, һуң булмаҫ борон.
Сәғәт һуға - ваҡыт тормай,
Был ғүмер шулай ҡоролган.