Текст песни
Көтмәгәндә осраһаң ҡаршыма
Күбәләктәй йөрәгем ашҡына
Һин йылмайһаң яҡтыра ҡояшым
Бер ҡараһаң туҡтала һулышым
Был нимә булды?
Юғалттым башымды
Шул микән әллә
Мөхәббәт ялҡыны?
Айға ғына асам серемде
Һин белмәйең, ә мин һинеке
Мин алмайым Һинән күҙемде
Һин белмәйең, ә мин Һинеке
Бер генә көн күрмәһәм һине
Юкхынам көтөп, һағынам үлеп
Ирендәрең төшөмә керә
Таралмай елгә хистәрем ниңә?
Был нимә булды?
Юғалттым башымды
Шул микән әллә
Мөхәббәт ялҡыны?
Айға ғына асам серемде
Һин белмәйең, ә мин һинеке
Мин алмайым Һинән күҙемде
Һин белмәйең, ә мин Һинеке