Текст песни
Хыялымды һеҙгә һөйләп ҡуям
Кишер бирһәң бәхетле булыр ҡуян
Әгәр ошо йырға һин лайк ҡуйһаң
Кишерһеҙҙә мин бәхетле ҡуян
Бәләкәй саҡта мин тракторист булам тип йөрөнөм
Күп итеп кишер үҫтерергә ине өмөтөм
Ҡуян йылында тыуғас ҡуян кеүек шаярам
Әллә нимә тиһәләрҙә уларҙы мин яратам
Шаярыуҙа иң ҙур көс шуны һеҙ аңлағыҙ
Ҡуян Салдрей, Салдрей ҡуян йылымды тыңлағыҙ
Был доньяла минең эшем кәйефтәр күтәрергә
Ә һинең бейергә
Тик ток төшөрәм тәмле контент бешерәм
Тиктоктағы кишерҙәргә күп итеп мин һыу һибәм
Әйе ҡара бында хыялдар бит тормошҡа аша
Күңелдәр шаша, күңелдәр таша
Тегендә-бында һикреп, шашып килә Салдрей уйынға
Тегенән бынан еңеп сыға лайыҡ беренсе урынға
Тағыла тағыла Ҡуян һеҙҙең алдығыҙҙа һикерә
Салдрей һеҙҙең күңелде аса